Мәскәүҙә бөгөн ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрәләр. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кеше һәләк булған, 150 кеше йәрәхәтләнгән.
Кисә кис Мәскәү һәм уға яҡын урынлашҡан райондар көслө дауыл аҫтында ҡалды. Ел йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытты, ағастарҙы йыҡты, 4 меңләп кеше утһыҙ тороп ҡалды.
Мәскәүҙә һәм Үҙәк федераль округта дауыл хәүефе һаҡлана. Шуға ла хакимиәттәр халыҡты уяу булырға саҡырған. Мәскәү ҡала хакимиәте һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 1 миллион һумлыҡ компенсация түләргә ҡарар иткән.