Әлегә Башҡортостан туристик продукттарын камил тип баһалап булмай. Сервис, инфраструктура аҡҫай, ул халыҡ-ара стандарттарға яуап бирмәй. Республика халҡы ҡайҙа ял итергә тип икеләнһә, сит ил туристары инде Башҡортостанды һайлай. Валюта айырмаһы арҡаһында Рәсәйгә килеүсе туристар арта бара. Бөгөн Өфөлә “Шифахана-2017” форумы асылды. Унда хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Ғәлимйән, форумда кемдәр ҡатнаша, был тармаҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?
Әлегә Башҡортостан туристик продукттарын камил тип баһалап булмай
Тулыраҡ: Әлегә Башҡортостан туристик продукттарын камил тип баһалап булмай