Үҙ бурыстарын яҡшы белә, теүәл үтәй, социаль гарантиялар талап итмәй. Өҫтәүенә ул аҡ тәнле, йомро кәүҙәле, зәңгәр күҙле, йор һүҙле. Үҙе сибәр, үҙе талымһыҙ хеҙмәткәр һәр эш биреүсенең хыялы. Серле белгестәргә ҡайһы өлкәлә ихтыяж бар йәки кемдәр ул роботтар. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева киләсәк эшселәре менән яҡындан аралашты.
Мегабот — матур исем. Был мөләйем робот Өфө ойошмаларының береһендә ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, уларға ярҙам итә, кәңәштәр бирә, хатта шаяртып та ала. Тик әлегә башҡортса һөйләшмәй. Әммә мөмкинлектәре һәм теләге бар.
Промобот роботтары илдең тиҫтәләгән төбәктәрендәге төрлө ойошмаларҙа промоутер вазифаһын башҡара. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, оҙатыу, белгестәргә йүнәлтеү менән мәшғүл улар. Тәнәфестә иһә күңел асыу-шаяртыу ҙа рөхсәт. Барыһы ла һатып алыусылар ҡәнәғәт ҡалһын өсөн.
Уйынсыҡ, ярҙамсы, тормошто алға этәреүсе. Быларҙың барыһы ла робот тураһында. Кешене яһалма эшсегә алмаштырыуҙан ғибәрәт төп бурысын улар бөгөн сауҙа һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә үтәй.
Заман техникаһының камил өлгөләрен яһауға бынан ун-ун биш йыл элек Өфө радиоэлектроника коллежы уҡыусылары дәртләнеп тотонғайны. Улар төҙөгән роботтар бөгөн тарих ҡумтаһында бикле. Йәш программасыларҙың фәнни-техник ижад өлгөһө булып һаҡлана.
Ҡыҙыҡһыныу, аралашыу, “Роботтар һуғышы” өсөн яһалған төрлө роботтарҙы бөгөн студенттар сәнәғәт машиналарына алмаштыра. Ил иҡтисады ошондай автоматлаштырылған ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндерә белгән эшсе һөнәр эйәләрен талап итә.
Мауығыусан йәштәр иһә фәнни-техник ижадтан баш тартырға йыйынмай. Видеокүҙлек – киләсәк көнкүрешен улар ошо техника хакимлығында күрә. Заман ҡаҙанышының бер ҡоролмаһы телевизор, компьютер, китап кеүек мәғлүмәт сығанаҡтарын бер юлы алмаштыра ала. Өфө программистары бөгөн видеокүҙлеккә ысынбарлыҡ шарттарының төрлө осраҡтары һалынған яңы ҡушымталар эшләү менән мәшғүл. Был ҡушымталар видеокүҙлек кейгән һәр кемгә үҙен роботтай хис итергә мөмкинлек бирә.