Ҡараңғылыҡҡа сумған ҡала. Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы Өфөлә электр утын һүндереүҙе дауам итә.
Электр энергияһы өсөн түләү бик ҡатмарлы булып ҡала.
“Өфөгорсвет” муниципаль предприятиеһының бурысы пенялар менән бергә 90 миллион һумға яҡынлаша. Ҡала хакимиәте бурысты өлөшләтә булһа ла түләй башлауға ҡарамаҫтан, 50 объектҡа ут биреү туҡтатылды.