Стартапһыҙ үҙ эшеңде асыу нескәлектәрен Америкала йәшәүсе Крей Пигее белә. Портленд ҡалаһы егете Өфөлә ҡәһүәхана асҡан. Хәҙер инде уның үҙ клиенттары бар. Йүнсел халыҡты күберәк йәлеп итеү өсөн башҡорт телен дә өйрәнгән. Был хаҡта киләһе репортажда.
Ҡәһүәне дөрөҫ эшләр өсөн көс тә, ҙур теләк тә кәрәк. Американан килгән эшҡыуар Крейг Пигее ҡәһүәнең бөтә төрҙәрен белә. Тау-урманға ғашиҡ булған Крейг ете йыл элек Өфөгә күсеп килә һәм 2015-се йылда үҙ көсө менән ҡәһүәхана аса.
Ҡәһүәнең бөтә сорттарын, бер-береһенән айырмаһын белгән Крейгка Өфөлә ял итеү урыны асыу ҙур ауырлыҡтар тыуҙырмаған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙ клиенттарын да табып өлгөрә.
Бында барлығы егерме сорт ҡәһүә. Уларҙы Көньяҡ Америка һәм Африканан килтерәләр. Ҡәһүә тәме һәм әҙерләнеү ваҡыты менән айырыла. Мәҫәлән, был Рама сорты. Ул ун биш минут эсендә әҙер була һәм Америкала уның килоһы утыҙ биш доллар ғына.
Крейг һыуыҡ ҡәһүә эшләү серҙәрен дә яҡшы белә. Ул бының өсөн Американан Колдбрю тип аталған ҡәһүә машинаһын килтерә. Бер һауыт ҡәһүә эшләр өсөн һигеҙ-ун ике сәғәт ваҡыт талап ителә.
Ҡәһүәхананың эсе лә үҙенсәлекле итеп эшләнгән. Даими килгән клиенттарҙың фотоһүрәттәре эленгән, улар килтергән бүләктәр теҙелгән. Ә иң күҙгә салынып торғаны – башҡорт орнаменттарына оҡшап төшөрөлгән сынаяҡтар. Беҙҙе йолаға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ғашиҡ булған Крейг ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт телен дә үҙләштерә, яҙырға өйрәнә.
Ҡәһүә яратыусылар күп булғанлыҡтан, тиҙҙән Крейг уның игенен айырым һатырға ниәтләй. Хәҙер һәр кеше өйҙә лә төрлө сорттарғы ҡәһүә эшләп эсә ала.