Сабый саҡтары ауыр заманаларҙа үткән олатай-өләсәйҙәрҙән дә уның ҡәҙерен яҡшы белеүеселәр юҡтыр. Бер быуатлыҡ юбилейын туйлаған Хәтимә инәй үҙенең бүләсәһен һәр ваҡыт һөйөп, яғымлы һүҙҙәр менән маҡтап тора. Бала яратыуҙы, иғтибарҙы тойоп үҫергә тейеш тигән фекерҙә ул.Йәрмөхәмәт ауылында йәшәүсе инәйҙең бала сағы революция осорона тура килә, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ире фронтҡа китә, йәш әсә ике бала менән яңғыҙы ҡала. Сабыйҙарын арбаға ултыртып баҫыуға сыға, арыу-талыу белмәй ҡара эштә егелә.Бәхет бала тәпәйендә. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан иптәше менән улар 12 балаға ғүмер бүләк итә. Барыһын да өҫлө –башлы итеп тәрбиәләй. Үҙе лә балалары ла ғилемгә ынтыла.Ҡыҙғанысҡа, тормош ғазапһыҙ булмай, ул 4 улын һәм 1 ейәнен юғалта. Илап күҙ нурҙарым йыуылып бөттө ти ул.Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул әле лә Ҡөрьән сүрәләрен онотмай. Әле йөҙйәшәр инәй кинйәкәү улы һәм килене ҡарауында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Күршеләге Ҡандра ауылында йәшәгән Гөлсөм инәй был көндәрҙә 102-се йәшен туйлай. Быуаттты тултырғандан һуң баҡсаға сығып булмай, аяҡтар тыңламай, шуға үҫентеләрен генә үҫтереп бирәм тип эшен көйләй ханым. Ул бала саҡтан ауыр эш менән сынығып үҫә.Ире фронтҡа киткәндә Гөлсөм инәй ҙә ике бала менән ҡала. бәләкәстәрен астан үлтермәйем тип серек картуф, үлән ашап көн итә. Ҡыҙғанысҡа ире фронттан ҡайтмай, ике улын ханым үҙ аллы аяҡҡа баҫтыра. Әммә яҙмыш уны һынауҙан туҡтамай, оло йәшндә ҡатын япа-яңғыҙ тороп ҡала. Ҡартайған көнөндә ул фатирына сит илдән күсеп килгән ғаиләне индерә, изгелек ерҙә ятып ҡалмай, ете ят кешеләр Гөлсөм инәйҙе үҙенекеләй итеп тәрбиәләй.Ауылдаштары араһында оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған инәйгә бөгөн дә кәңәштәрен һорап киләләр. Оҙаҡ йәшәүҙең серен ул сәләмәт тормошта кешеләргә иғтирамлы булыуҙа ти.
Балаларға тәрбиә биреүҙә ололарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Тулыраҡ: Балаларға тәрбиә биреүҙә ололарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ