Эштә лә, ялда ла берҙәм күгәрсендәр!

Тулыраҡ: Эштә лә, ялда ла берҙәм күгәрсендәр!

Башҡортостанда сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша. Йола буйынса халҡыбыҙҙа элек-электән яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һабан байрамы уҙған. Быйыл Күгәрсен районында республикала иң тәүгеләрҙән булып һабантуй үтте.Иртүк һабантуй майҙаны йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Байрам мәлен тамсылаған ямғыр ҙа боҙа алманы, халыҡ ихлас итеп ял итте, тамаша ҡараны. Һабантуйҙа яҙғы баҫыу эштәре, малсылыҡ тармағында айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырылды. Парадта тамашасыларға заманса техника күрһәтелде, төрлө ауыл биләмәләре, хужалыҡ, предприятиелар коллективтары сығышы байрамға йәм өҫтәне. Ат сабышы, юртаҡтарҙың алышын бөтә халыҡ яратып күҙәтте. Ат ярышынан һуң, халыҡ төрлө спорт бәйгеләре, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтарға ашыҡты. Кемдер ҡул көрәштерә, икенселәр милли көрәште үҙ итә. Әйтергә кәрәк, тирмәләр янында күргәҙмәләр ойошторолған, һәр килгән ҡунаҡты хужалар йыр-моң, самауыр сәйе, ҡымыҙ менән ҡаршы ала, өҫтәлдәр ҙә милли ризыҡтарҙан, аш-һыуҙарҙан һығылып тора. Көн дауамында барған һабантуй аҙағында алдынғы дүрт хужалыҡҡа еңел автомобилдәр тапшырылды. Быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Тәүәкән ауыл хужалығы беренселәр рәтенә сыҡты.