Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә.

Елдең тиҙлеге секундына 22 метрғаса етеүе ихтимал. Уҙған төн Туймазы көслө дауыл аҫтында ҡалды. Ҡала урамдарын бер-нисә минутта һыу баҫты. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Миәкә районында айырым ауылдар утһыҙ ҡалған. Көслө ел ағастарҙы, ҡоймаларҙы, электр тапшырғыс линияларҙың бағаналарын йыҡҡан. Өфөлә лә көслө ямғыр сәбәпле бер-нисә урам һыу аҫтында ҡалды. Мәскәү дауылы Татарстандың ҡайһы бер райондарында ла ҡоторҙо. Тәбиғәттең беҙҙең яҡтарға хас булмаған күренеше-ҡойонға ла шаһит булды күрше республикала йәшәүселәр. Ул йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан, шәхси хужалыҡтарға бик күп зыян килтергән.