Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Санкт-Петербургта халыҡ-ара мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашыуҙа рәсәй президенты Владимир Путин: “Беҙҙең сиктәрҙә НАТО-ның киңәйеүенә беҙ күҙ йоммаясаҡбыҙ”-, тип белдерҙе. Ил етәксеһе билдәләүенсә, альянстың Рәсәй сигенә яҡынайыуы ҡоралланыуға этәргес бирә.
  • Айҙың көньяҡ полюсында боҙ табылған. Аэрокосмос агентлығы белгестәре фаразлауынса, был асыш Ер юлдашында күпме һыу барлыҡын асыҡларға ярҙам итәсәк.
  • Свердловский өлкәһендәге ҡурсаулыҡтарҙың береһендә ағасҡа беркетеп ҡуйылған видеокамера Ферапонт ҡушаматлы айыуҙың бейеүен төшөрөп алған.