Республикала бөгөн “Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше мәҙәниәт – 2017” халыҡ-ара акцияһына старт бирелә.
Быйылғы проект экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған. Форумда төбәк, федераль округтың башҡарма власть органдары вәкилдәре лә ҡатнаша. Сарала тәбиғәтте һаҡлау, был йәһәттән яңы проекттарҙы бойомға ашырыу юлдары тикшерелә.