Егерме йыл элек булған авария өсөн компенсация

Тулыраҡ: Егерме йыл элек булған авария өсөн компенсация

Егерме йыл элек булған авария өсөн компенсация. Бүздәктә йәшәгән Шамил Ҡоҙаяров сирек быуат самаһы суд органдары юлын тапап, үҙенең ғәҙеллеген раҫлай алды. Уның менән хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов осрашты.

70 йәшлек Шамил Шәүәли улын күлдәктә тыуған тиһәк берҙә хата булмаҫ. 20 йыл элек булған ҡот осҡос авария арҡаһында ул 3-сө төркөм инвалиды була.

Ҡот осҡос авариянан һуң, Шамил Ҡоҙаяров йыл буйы дауаханала ятып сыға. Бәләләр бының менән генә бөтмәй. Аяҡҡа баҫыр өсөн тағы ла ике йыл кәрәк булып сыға. Уныһы ла таяҡтарҙа үтә.

Өфөгә эш буйынса китеп барғанында уның машинаһына "Ҡырмыҫҡалы ремонт-техник предприятиеһы"нына ҡараған йөк автомобиле килеп бәрелә. Авариянан һуң Шамил Ҡоҙаяров инвалид булыу сәбәпле хаҡлы ялға сыға. Һәм суд ҡарары менән аварияла ғәйепле булған предприятиянан ай һайын компенсация түләргә лә тейеш була. Тик 2005 йылда предиприятия банкрот тип таныла һәм шул мәлдән үк компенсацияла түләүҙәре лә туҡтап ҡала. Оло йәштәге ир инвалидтар хоҡуғын яҡлап Бүздәк районы прокуратураһына мөрәжәғәт итә.

Суд органдарына иһә Прокуратура дәғүәһен ҡәнәғәтләндерергә тур килә. Финанс министрылығы Шамил Ҡоҙаяровҡа 400 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Һәм шулай уҡ ай һайын 18 мең һум түләүҙәр тәғәйенләнә.

Хәҙер Шамил Шәүәли улы килгән аҡсаға йорт тирәһен рәтләп, яңынан мунса төҙөргә планлаштыра. 70 йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, Шамил Ҡоҙаяров әле лә йәш егеттәр кеүек әүҙем тормош алып бара. Йорт эштәренән тыш үҙ машинаһында балыҡҡа йөрөй.