Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Бөгөн Ҡытайҙың Шаньдун виләйәтендә нефть-химия заводында шартлау яңғыраған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.
  • Лондондың көнсығышында урынлашҡан Баркинг районында торлаҡ комплекста полиция махсус операция үткәргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Лондон күперендә йәйәүлеләрҙе тапатҡан, һуңынан халыҡҡа бысаҡ менән ташланған террорсылар тап шунда йәшеренгән булыуы ихтимал. ИГИЛ террор ойошмаһы террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.
  • Грецияла легаль булмаған мигранттарҙы Европа илдәренә һәм Төнъяҡ Америкаға оҙатыусы енәйәтсел төркөм ҡулға алынған. Улар эшләгән ялған документтар менән ҡасаҡтар Греция ҡалаларындағы аэропорттарҙа бер ҡыйынлыҡһыҙ паспорт контролен үткән. Германия, Австрия, Швеция һәм Францияға осоу өсөн мигранттар 8 мең евро, Канадаға осоу өсөн 16 мең евро түләгән.
  • Санкт-Петербург янындағы хәрби аэродромда хәрби һауа көстәре һәм һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы ойошторолоуҙың 75 йыллығына арнап һауа парады ойошторолған. Байрамға килеүселәргә Ми 28Н вертолеттарында “Бөркөттәр” юғары пилотаж төркөмө һәм СУ-27СМ самолеттарында “Рәсәй ыласындары” төркөмөнөң сығышы айырыуса оҡшаған, тип хәбәр итә парадты ойоштороусылар.