Көндәр ҡасан йылыныр? Был һорау бөгөн күптәрҙе борсой.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 5 июндән 11-се июнгә тиклем йылы көндәр көтөлмәй. Һыуыҡ һәм ямғырлы буласаҡ. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн елдең тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем етәсәк, тип иҫкәртә. Ҡырау төшөүе лә ихтимал. Кисә Бәләбәйҙә ҡар яуҙы.