Өфөлә асыҡ һауала 100 ҡурайсы флешмобы үткәрелә

Тулыраҡ: Өфөлә асыҡ һауала 100 ҡурайсы флешмобы үткәрелә

Сара Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан Салауат Юлаев майҙанында ойошторола.7 июндә 100 музыкант бер үк ваҡытта башҡорт халыҡ көйө «Урал»ды уйнаясаҡ. Унда танылған ҡурайсылар Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәмил Ғәйзуллин, Азат Биксурин, Марсель Сәйетов һәм башҡа артистар ҡатнашырға теләк белдергән. Флешмоб киске сәғәт 7-лә башлана.