Өфө эргәһендә урынлашҡан ике баҡсасылыҡ вәкилдәре бер-береһен судҡа биргән. Эш хатта юлды бикләүгә тиклем барып еткән. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов был сетеркле эш асылына төшөнөргә тырышты.
Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан ике баҡса вәкилдәре араһында бәхәс бара. Юлды бүлә алмайҙар. 38-се коллектив баҡса вәкилдәре дөйөм ҡулланыуҙа булған берҙән-бер юлға ҡапҡа ҡуйған. Шул сәбәпле күрше 42-се баҡсала йәшәүселәр үҙҙәренең участкаларына машиналарҙа үтә алмай.
42-се коллектив баҡса вәкилдәре ҡулдарына Калинин районы хакимиәтенән бирелгән рәсми документ та бар. Был ҡарарҙа юлдың дөйөм ҡулланыуҙа икәнлеге теркәлгән. Тик 38-се баҡса рәйесә лә, унда йәшәүселәрҙә быны ишетергә лә теләмәй.
Юл ябыҡ булыу сәбәпле күптәре хатта төҙөлөш эштәрен туҡтатып торорға мәжбүр.
Ҡапҡаға бәйле низағтар булып тора. Уны бау менән бәйләп машинаға тағып йолҡоп алып та китәләр. Шунан һуң 38-се баҡса хужалары ҡапҡа урынына цемент блокттар һала. Әлегә 42-се баҡса вәкилдәре 38-се коллектив баҡсаны судҡа биргән һәм рәсми ҡарар сығарыуҙарын көтә.
Калинин районы хакимиәте был хәл буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты. Улар әйтеүенсә, был хужалыҡ итеүселәрҙең бәхәсе һәм хакимиәттең был эшкә бер ҡыҫылыша ла юҡ.