Бында һыйырҙарҙы заманса технологиялар ярҙамында ҡарайҙар. Электрон көтөүсе 1 миҙгелдә үҙен аҡлай һәм бер нисә йыл сығымдарһыҙ эшләргә һәләтле. Ауыл хужалығындағы ноу-хау менән хәбәрсбеҙ Ғәзиз Лоҡманов танышып ҡайтты.
Һайғауҙан эшләнгән таяу һәм ялан буйына һуҙылған тимер сыбыҡ тәү ҡарашҡа малдарҙы кәртәләп тотор өсөн иң яҡшы ысул түгел. Әммә фермер Михаил Белоусов был ҡоролма арҡаһында хәҙер 5-се йыл инде көтөүсе ялламай, малдар иркендә йөрөй.
Сығымдар бер йыл эсендә үк үҙен аҡланы ти йүнсел, тәүге ҡоролманы ул 60 мең һум тирәһенә һатып ала, ә кеше яллаһаң миҙгеленә 100 меңдән ашыу.
Сымдан үткән ток кеше өсөн дә, йорт хайуандары өсөн дә хәүефле түгел. Шулай ҙа малдар бер ҡасып ҡарағандан һуң, башҡа яҡынламай ти фермер.
Бына ошондай бәләкәй генә ҡумтанан торған ҡоролма 300 гектар ерҙе һаҡ аҫтына алырға һәләтле. Хәҙер биләмәне айыуҙар ҙа урап үтә башланы, малға теймәй ти Михаил Белоусов.
Яңы технологияны шунда уҡ ауыл халҡы ла үҙләштереп ала. Иҡтисади яҡтан отошло, айфына ул ни бары 15 һумлыҡ ҡына энергия ҡуллана, электроника ямғыр, эҫегә ҡарамай өҙлөкһөҙ эшләй. Әле бер мал да юғалғаны юҡ ти улар.
Сымлы кәртәне теләһә ниндәй урынға күсереп тә була, уның автомобиль аккумуляторынан эшләгәндәре лә бар.
Яңы Троицкий ауылында электрон көтөүсе барлыҡҡа килгәне бирле, 3 йыл эсендә һыйыр малдарының һаны ике тапҡырға артҡан. Ә бына көтөүсенең төп ярҙамсыһы йылҡы ҡалмаған тип әйтергә мөмкин. Ауылдағы берҙән-бер Маруся исемле атты фермер линияларҙы ҡарап сығыр өсөн генә тота.
Ноу-хау хәҙер Мишкәләге һәр ауылға тиерлек таралған. Уның менән хатта башҡа райондарҙан да килеп ҡыҙыҡһыналар.