Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Донъя баҙарында нефткә хаҡтар төшә. Брент маркалы нефть арзанайып хәҙер 60 долларға, ә юти ай 48 долларға һатыла.
  • Бразилияның юғары судында ил президенты Мишель Темерға ҡаршы ултырыш башланған. Ул һайлау алды кампанияһы ваҡытында финанс мутлыҡтарҙа ғәйепләнә.
  • Мәскәү өлкәһендә снайпер винтовкаһының яңы төрө һынау үтә. “Төҙлөк” тип аталған был ҡорал махсус хеҙмәттәр заказы буйынса эшләнгән һәм террорға ҡаршы эшмәкәрлек өсөн тәғәйенләнгән. Эҫелә һәм һыуыҡта винтовка уңышлы һынау үткән. 2020 йылдан ул күпләп етерштерелә башлаясаҡ.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы модулле мобиль янғын һүндереү үҙәге менән таныштырҙы. Ул алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа һәм урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән. Үҙәк заманса йыһазландырылған.
  • Америкала яраланған атты вертолет ярҙамында икенсе урынға күсергәндәр. Осоу уңышлы тамамланған. Ерҙә ветеринарҙар уға тейешле укол һалған. Ҡотҡаоыусылар атты имен урынға күсереүҙең башҡаса ысулы юҡ ине, тип белдергән.