Бөгөн Республика йортонда Саксония дәүләтенең парламент делегацияһы менән Башҡортостан етәкселегенең осрашыуында ике төбәк араһындағы бәйләнеште тергеҙеүгә өмөт белдерелде.
Республика башлығы ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән ҡыҫҡаса таныштырып, төбәктең сит ил эшлекле даирәләре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне. Сит ил инвесторҙарына уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында республика закондары камиллаштырыла. Башҡортостан менән Германия араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 170 миллион евро күләмендә. Был һан 2012 йылдан дүрт тапҡырға кәмегән. Республика башлығы төбәктең Саксония менән киләсәктә сәнәғәт кенә түгел гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Рөстәм Зәки улы Саксония дәүләте вәкилдәрен Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында һәм 2019 йылда үтәсәк бөтә донъя йәштәр уйындарында ҡатнашырға саҡырҙы.