Республикала әле 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған. 14 районда яҙғы культуралар тулыһынса сәселгән. Агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планы 2017 йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе байтаҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3 миллион 500 мең тонна иген, 1 миллион 700 мең тонна картуф һәм йәшелсә, 1 миллион 400 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алырға ниәтләй.2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала киләһе аҙнала ла ямғыр яуасаҡ.
Башҡортостанда ямғырҙар сәсеү кампанияһын тотҡарлай
Тулыраҡ: Башҡортостанда ямғырҙар сәсеү кампанияһын тотҡарлай