Раевкала поездар хәрәкәте тулыһынса тергеҙелгән

Тулыраҡ: Раевкала поездар хәрәкәте тулыһынса тергеҙелгән

Тимер юл өҫтөндәге юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре ентекләп тикшереләсәк. Был турала бөгөн республика буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Кисә полиция машинаһы тимер юл өҫтөндәге күпер аша үтеп барғанда ҡоймаға барып бәрелә. Тимер ҡоролма юлға төшөп контакт селтәренә зыян килтерә. Фажиғәлә йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, әгәр машинаның тиҙлеге шәберәк булһа, ул бер-нисә метрлыҡ күперҙән поезд юлына ҡолар ине.