29 майҙа ун беренсе класс уҡыусылары география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғайны. Был фәндәр һайлау буйынса, улар аттестатҡа йоғонто яһамай. Һөҙөмтәләрҙе алыуға бәйле бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ һәм булмаясаҡ, тип ышандырҙылар министрлыҡта. Имтихан һөҙөмтәләре буйынса апелляцияны ике эш көнө эсендә бирергә мөмкин. Уҡыусылар рус теленән йыйған балдарын 26 июндә беләсәк, 20 июндән һуң ҡабаттан тапшырыуҙар башлана.
Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә
Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә