Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне

Рәсәй көнө, ҡала байрамы һәм Салауат Юлаев көндәре. Башҡаланың төрлө майҙандарында тамашалар йыр-бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Был байрамдың Рәсәй көнө тип аталыуына быйыл ун биш йыл тулды. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙа күләмле саралар ойошторолдо. менән берлектә Унда рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле лә ҡатнашты. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Бабич мәңгелек утҡа сәскәләр һалды һәм Хәрби Дан музейы экспозицияларын ҡараны. Ҡунаҡтарға тарихи реконструкция ла күрһәтелде. Был тарихи реконструкциялар аша һәр кем белемен тикшереп ҡарай ала.Өфө халҡы өсөн КФС Баттл ярыштары үтте. Быйыл футбол уйынында беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Ә Салауат Юлаев майҙанында йырсы Егор Кридтың сығышы тамашасылар алҡыштарына күмелде. Майҙан тулы халыҡ кискә тиклем концерт ҡараны, күңел асты.Рәсәй һәм Өфө көнө быйыл, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, гөрләп үтте. Байрам тантанаһы салют менән тамамаланды.