Был интернет- конкурс шәжәрәне өйрәнеүгә арналған. Ярышта ҡала һәм райондарҙан теләгән һәр кеше ҡатнаша алды. Үҙ быуыныңды өйрәнеү, ата-бабаларҙың үткәне менән яҡындан танышыу — конкурстың төп маҡсаты. Ҡатнашыусылар үҙ шәжәрәһен өйрәнеп, уны төҙөп интернет аша ебәрергә тейеш ине. Быйыл конкурста 270 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың араһында алты йәшлектәре, 60 йәшлектәре лә бар. Эштәр рус, башҡорт, татар һәм инглиз телдәрендә ҡабул ителде. Конкурста, башлыса, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Тимәк уларға шәжәрәне өйрәнеү ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә эш. Финалға барлығы ете ижади эш сыҡты. Бөтә ҡатнашыусыларға ла ҙа грамота, миҙал һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
“Мин-илһөйәр” тип аталған конкурстың һөҙөмтәләре билдәле булды
Тулыраҡ: “Мин-илһөйәр” тип аталған конкурстың һөҙөмтәләре билдәле булды