Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты «Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес» проектының исемлеген иғлан итте. Проект Башҡортостан милли дәүләтселеге ойошторолоуҙың башланғысында торған бөйөк кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Улар араһында – төркиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡорт үҙәк шураһы рәйесе Шәриф Манатов, Башҡорт хөкүмәтенең тәүге рәйесе Юныс Бикбов, шағир Шәйехзада Бабич, композитор һәм йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм башҡалар бар. Исемлеккә ингән шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында китап баҫыласаҡ. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған ҙур проект хаҡында былтыр сентябрҙә иғлан ителгәйне.
«Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес»
Тулыраҡ: «Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес»