Аккумуляторҙы һүндерә, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра

Тулыраҡ: Аккумуляторҙы һүндерә, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра

Башҡортостанда йәшәүсе, автомобиль янып китмәһен өсөн, махсус ҡоролма уйлап тапҡан. Ул техника аварияға осраҡта аккумуляторҙы һүндерә, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра һәм янғынды күбек менән һүндерә башлай. Яңы система йөҙәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарасаҡ, ти уйлап табыусылар. Йыл һайын аварияларҙа машиналар янып китеп, йөҙләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Был ҡоролма ябай ғына. Уның бер өлөшө багажникҡа, икенсеһе капот аҫтына ҡуйыла. Махсус клапан, янмай торған углородлы газ баллоны һәм автомобилдәр өсөн тәғәйенләнгән ут һүндергес. Әгәр, техника аварияға осраһа, клапан эшләй һәм газ махсус күбекте шлангтар буйлап двигателгә, машина аҫтына һәм бакҡа ҡыуалай. Шулай итеп, янғын сығыу хәүефен булдырмай. Ә икенсе ҡоролма капот аҫтына ҡуйыла. Машина төкөлһә йә әйләнһә, осҡондар булмаһын өсөн, ул шунда уҡ аккумуляторҙы һүндерә. Шул уҡ ваҡытта, махсус модуль ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Ул аккумулятор менән бәйле түгел, йәғни, автономлы эшләй. Утты һүндереү системаһын автомобиль пультынан да эшләтергә мөмкин. Әгәр, төндә машина янып китһә, өйҙән генә ҡабыҙырға була. Шулай уҡ, кеҫә телефонынан смс ебәреп, тоҡандырыу мөмкинлеге лә бар. Был инде һеҙ техниканан алыҫта булғанда уңайлы. Ҡоролманы бөтә төр техникаға ҡуйырға мөмкин. Уйлап табыусы билдәләүенсә, бигерәк тә йәмәғәт транспортына урынлаштырғанда хәүефһеҙ буласаҡ. Ҡоролманың үҙ хаҡы 3 мең һум тирәһе. Радик Ғәлимулин билдәләүенсә, күпләп етештерә башлаһалар сама менән 4-5 мең һумға етәсәк. Хәҙер Радик Ғәлимулин үҙе уйлап тапҡан ҡоролманы күпләп етештереүҙе яйға һалырға уйлай һәм ошо маҡсатта был проектты тормошҡа ашырырҙай ойошма эҙләй.Был ҡоролма менән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре ҡыҙыҡһына. Әгәр, ул юғары даирәләрҙә танылыу тапһа, меңәрләгән кеше иҫән ҡаласаҡ.