Парламент ултырышы үтте

Тулыраҡ: Парламент ултырышы үтте

Бөгөн Республика парламенты ултырышында ла бурыстар хаҡында һүҙ барҙы. Депутаттар алдында федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе сығыш яһаны. Балалар баҡсаһына түләгәндә бирелгән ташламалар кире ҡайтарыла. Республика парламенты депутаттары мәғариф тураһындағы законға быйыл 30 ғинуарҙа индерелгән үҙгәрештәр ғәмәлен туҡтатып торорға ҡарар итте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы ҡарамағына ошо хаҡтағы законға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен Республика хөкүмәте сығарҙы. Үҙгәрештәр иһә артабан ташламалар биргәндә ғаиләнең йән башына уртаса килем күләмен бер ярым йәшәү минимумынан икегә тиклем арттырып иҫәпләүҙе күҙ уңында тота. Ташламаны мохтажлыҡ нигеҙе буйынса биреү тәртибе әлегә туҡтатылып тора.Ҡоролтай тарихында беренсе тапҡыр депутаттар алдында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе төбәктә һалым һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Марат Вәхитов Башҡортостанда бюджеттың бар кимәлдәрен һалым иғәнәләре иҫәбенә тулыландырыу ыңғай бара, тип билдәләне. Урындағы бюджетҡа һалым йыйыу ғына 2015 йыл менән сағыштырғанда 0,7 процентҡа кәмерәк. Депутаттар шулай уҡ Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙары баҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһын үткән йылда бойомға ашырыу йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәтте лә тыңланы. Республикала етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары күләменең яртыһы шәхси-ярҙамсыл хужалыҡтар, 40 проценты күмәк предприятиеларға тура килә, тип белдерҙе Илшат Фазрахманов. Министр фекеренсә, киләсәктә ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеген йәнләндереү зарур. Төбәктә ауыл хужалығы уңыштарына иҡтисади сәбәптәр һәм эшмәкәрлекте ойоштороу алымдарынан тыш тәбиғәт шарттары ла ҡырҡа йоғонто яһай. Быны быйылғы көтөлмәгән һауа шарттары дәлилләй. Ултырышта прокурор протесы буйынса ла ҡарар ҡабул ителде. Ул ғаилә кодексының иртә никахтарҙы теркәү тәртибенең айырым положениеларын ҡағыла. Депутаттар бөгөн барлығы 38 закон проектын тикшерҙе. Улар араһында Рәсәй Дәүләт Думаһына закон сығарыу башланғысы ла бар.