- Көнсығыш хәрби округының ракета ғәскәрҙәренә Капустин Яр полигонында тантаналы шарттарҙа “Искәндәр-М” комплексы тапшырылды. Был заманса компекстар команда-штаб машиналары, йәшәйеште тәьмин итеү һәм техник хеҙмәтләндереү техникаһы менән йыһазландырылған.
- Европа менән визаһыҙ режим индереү менән Украинанан халыҡ ҡаса башлаған. Польша сигендәге үткәреү пунктында әле йөҙләгән кеше сират көтә. Ике тәүлектә генә 2 мең 500 кеше Европа сиген үткән.
- Һиндостандан 11 йәшлек ҡыҙ кобралар менән дуҫлашҡан. Ул ағыулы йыландар менән бергә уйнай, ашай. Йыландарҙың үлемесле тешләүен ҡыҙҙың атаһы серле рецепт буйынса эшләнгән шыйыҡса менән дауалай.
- Лондонда ҙур ҡатлы торлаҡ йортта сыҡҡан янғында кәм тигәндә 30 кеше йәрәхәттәр алған. Утты һүндереүгә 200 кеше йәлеп ителгән. Һәләк булыусылар һәм янғын сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре