Кисә уны һуңғы юлға оҙаталар. Ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеү туҡтатылғас, тағы ла 20-ләгән кешенең ғүмеренә ҡурҡыныс янай. Бала ҡайғыһын күрһәтмәһен, ти халҡыбыҙ. Әммә, Борщуктар ғаиләһендә оло хәсрәт, 26 ғына йәшендә улдары донъя ҡуйҙы. Илья Борщукта тыумыштан йөрәк сире асыҡлана. Мәрхүмдең әсәһе әйтеүенсә, республика программаһы буйынса кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү тамамланғас, йәш егет үҙен насар тоя башлай. Сөнки, ҡиммәтле Траклир һәм Ревацио препараттарын арзаныраҡ Силденафил дарыуына алмаштыралар. Әммә, ул ярҙам итмәй.Был Илья Борщук төшкән һуңғы видеояҙма. Йәш егет мәсьәләне хәл итеүе ауыр буласағын яҡшы аңлай. Арзан дарыуҙар ҡабул итә башлағас Илья Борщуктың аяҡтары шешә, быуындары, башы ауырта башлай, тын алыуы ауырлаша. Үпкәнең икенсел гипертензия сире айырым ауырыуҙар исемлегенә инмәй. Шуға күрә дәүләт ярҙамы күрһәтелмәй. Апрель айында Башҡортостан ҡанундарын федераль закондарға тап килтерҙеләр. Уға ярашлы, дарыуҙар менән тәьмин итеү туҡтатылды. Һөҙөмтәлә, 20-гән кешенең ғүмере хәүеф аҫтында ҡалды.Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Траклир һәм Ревацио кеүек препараттар дарыуханаларҙа бөтөнләй юҡ. Арзаныраҡтарын да сирлеләр үҙ аҡсаһына һатып ала. Ә улар икенсе төркөм инвалидтары. Кешеләр бер-нисә ведомствоға һәм чиновниктарға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әлегәсә уларҙың проблемаһы яуапһыҙ ҡала. Ә алдағы көндәрҙә арзан дарыуҙан тағы ла кешенең ғүмере өҙөлһә, кем яуап бирәсәк. Мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйән районында йәшәүсе ҡыҙҙың да хәле ауырлашҡан.
Әле сирлеләр федераль кимәлдәге чиновниктар ярҙамына өмөтләнә. Проблемаға иғтибар итһендәр өсөн Илшат Кәримов һәм 60-ған кеше йәмәғәт ойошмаһы булдырған. Юғары даирәләрҙә кешелекле булып, ярҙам итерҙәрме, Мәсьәлә асыҡ ҡала. Беҙ был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ.