Ҡуласа урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенең баҙында тороп ҡалған бесәйҙәр инде аҙнанан ашыу иркенгә сыға алмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма йорт хайуандарының подвалда ҡалыуын белеп тә, һауа алмаштырыу өсөн ҡуйылған урындарҙы рәшәткәләр менән ҡаплаған.Бындай хәл беренсе тапҡыр ҡабатланмай, ти халыҡ. Әйткәндәй, йорт хужалары урамдағы бесәйҙәрҙең ихатала йөрөүҙәренә бер ҙә ҡаршы түгел. Урындағы халыҡ был мәсьәлә һаман хәл ителмәгәс, иртәгәһенә үҙҙәре рәшәткәләрҙе айырып бесәйҙәрҙе иреккә сығара.Торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе урындағы халыҡ менән бөтөнләй килешмәй. Ни өсөн бесәйҙәрҙе рәшәткәләр ҡуйыр алдынан сығарманығыҙ тигән һорауға ла ул үҙенсәлекле яуап ҡайтарҙы.Ғөмүмән, урамдағы бесәйҙәрҙең йорт ихаталарында йөрөүҙәренә ҡала халҡының ҡарашы төрлөсә. Ябай ғына йорт хайуаны өсөн күршеләр араһында низағ та барлыҡҡа килә. Халыҡ әйтеүенсә, тап урамдағы ҡарауылһыҙ бесәйҙәр арҡаһында күп йорттарҙа бысраҡ һәм беттәр барлыҡҡа килә. Әммә бәғзе берәүҙәр был мәғлүмәтте кире ҡаға һәм киреһенсә, уларҙы урамға эйәләтә. Был һорау халыҡ өсөн дә, күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн дә асыҡ ҡала.
Күп ҡатлы йорттар кем өсөн төҙөлә?
Тулыраҡ: Күп ҡатлы йорттар кем өсөн төҙөлә?