- Нью-Йоркта халыҡ урамға сығап Америка президенты сәйәсәте менән риза түгеллеген белдергән. Акцияла ҡатнашыусылар Дональд Трамҡа бер яҡҡа билет һатып алған һәм Ҡушма Штаттарға кире ҡайтмауын һораған.
- Лондонда күп ҡатлы йортта кәм тигәндә 17 кеше һәләк булған. 79 кеше әле дауаханаларҙа ята. 24 ҡатлы ҡ йортта янғын 14 июнь башланғайны. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ул әле булһа һүндерелмәгән.
- Америка полицияһы Төркиә президентының һаҡсыларын ҡулға алырға йыйына. Улар Вашингтон уртаһында күп кеше ҡатнашлығындағы һуғыш ваҡытында Рәжәп Эрдоганға ҡаршы ойошторолған акцияла манифестанттарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнә. Анкара һаҡсыларҙы ҡулға алыу тураһындағы ордер ике ил мөнәсәбәтендә сағылыш табасаҡ, тип иҫкәртә.
- Донъя баҙарында нефткә хаҡтар арта. Брент маркалаһы 47 долларға, Ютиай маркалаһы 44 долларға еткән. Аналитиктар билдәләүенсә, Рәсәйҙә бензинға хаҡтар артыу, тәү сиратта, нефттең ҡыйбатланыуына бәйле.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре