Урам сауҙаһынан мул килем көткән йүнселдәрҙе был кәртәләр ҡурҡытмай. Миҙгел кәсебен улар үҙ белдеге менән күптән башлаған. Закон боҙоу язаһының кем иңенә төшкәнен беҙҙең хәбәрселәр ҙә асыҡларға тырышты. Урам сауҙаһы йәйен-ҡышын гөрләп тора. Һатып алыусы барҙа һатыусылар көттөрмәй. Тикшереүҙәр, улар һөҙөмтәһендәге штрафтар йүнселдәр өсөн ҡамасау ҙа түгел һымаҡ. Был һатыусыларға сауҙа өсөн тәғәйен урын кәрәкмәй. Халыҡ күмәк йөрөгән һуҡмаҡта берәүҙәр ваҡытлы өҫтәл ҡуйып, икенселәр ерҙән генә тауар тәҡдим итә.Йәшел тәмләткестәр, иртә йәшелсәне баҡсаһында үҫтергәндәр өсөн башҡаланың һәр районында фермер йәрминкәләре асыҡ. Әммә юл өҫтөн уңайлыраҡ күргәндәр унда барып тормай.Йәшелсә-емеште урамдан һатыу миҙгеле июндең 15-нән рәсми рөхсәт ителә. Ҡала хакимиәте был эшмәкәрлеккә конкурсты 14 июндә йомғаҡланы. Башҡала урамдарында законлы һатыу итергә теләгәндәргә 72 урын билдәләнгән.Урамда йәшелсә-емеште махсус һауыттарҙа урынлаштырып хаҡтарын аныҡ яҙып тәҡдим иткән осраҡта ла уны ҡояш эҫеһенән, туҙандан һәм бөжәктәрҙән һаҡлауы еңел түгел. Аҙыҡты ошо шарттарҙа һатып алыусылар хаҡтар арзан, тип ышанып тәүәккәлләй. Урамда һатылған алма-помидорҙарҙан шикләнгәндәр ҙә осрай. Улар аҙыҡты тик магазиндан алырға күнеккән.Урам сауҙаһы ҡағиҙәләренең үтәлешен йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары даими тикшереп тора. Законһыҙ һатыу итеүселәрҙе улар алыҫтан таный.Һатыуға рөхсәте булмаған, документтары “өйҙә ҡалған” йүнселдәргә инспекторҙар штраф һала. Физик шәхестәргә 500 һумдан мең ярымға тиклем күләмдә. Алырғамы-юҡмы һәр кем үҙе һайлай. Хаҡтар, сифат, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен сағыштырғанда ла кемгә өҫтөнлөк бирергә һәр кем үҙе белә. Закон боҙоп һатылған тауарҙы алған ҡулланыусы яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. Урам сауҙаһы иһә ноябрь айына тиклем законлы эшләй.
Һатыуға рөхсәт юҡ, тауар сифаты сертификаты алынмаған, санитария ҡағиҙәләре үтәлмәй
Тулыраҡ: Һатыуға рөхсәт юҡ, тауар сифаты сертификаты алынмаған, санитария ҡағиҙәләре үтәлмәй