Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә шағир-импровизатор булараҡ һаҡлана. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә. 1929 йылда советтар яҙыусыһы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы нәшер ителә һәм тиҙ популярлыҡ яулай. 1940 йылда режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға.Бөгөн Салауат Юлаевтың образы республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символына әйләнде.
Бөгөн милли герой Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл тулды
Тулыраҡ: Бөгөн милли герой Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл тулды