Осорға ярамай һәм быға һауа торошо ғына ғәйепле түгел

Тулыраҡ: Осорға ярамай һәм быға һауа торошо ғына ғәйепле түгел

Волга буйы транспорт прокуратураһының Өфө бүлексәһе төбәктә авиа йөрөштәр хәүефһеҙлеген хәстәрләү маҡсатында Өфө кесе авиация уҡыу үҙәген законһыҙ хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ғәйепләй. Үҙәк етәксеһе иһә башҡаланың Орджоникидзе район суды сығарған ҡарарҙы танымай һәм бар ғәйепләүҙәр урынһыҙ тип бәхәсләшергә ниәтләй. Аэродромда кадеттарҙың осош программаһына ярашлы күнегеүҙәр бара. Еңел самолеттарҙа буласаҡ пилоттар 40 километрлыҡ радиустан алыҫ осмай. Өфө кесе авиация уҡыу үҙәге инструкторҙары күнегеүҙәрҙән тыш авиатуризм буйынса ла хеҙмәт күрһәтә. Күңел күтәренкелеге бирер һәм сәләмәтлеккә файҙа килтерер рекреация осоштары ойоштора.Был самолеттарҙа теләгән кеше теләгән йүнәлештә оса алмай. Һауаға күтәрелеү өсөн беренсенән Өфө кесе авиация уҡыу үҙәге ағзаһы булырға, икенсенән мотлаҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә, өсөнсөнән осош ваҡытын һатып алырға кәрәк. Тик һауа гиҙергә теләгәндәрҙең багажы юҡ, улар пассажир дәрәжәһендә түгел, карталағы бер нөктәнән икенсеһенә юлланмай һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн билет алмай. Ошо шарттар үтәлмәһә бындай осош авиайөрөш тип аталыр ине, ә беҙ пассажир ташыу менән шөғөлләнмәйбеҙ, ти үҙәк хужаһы Сергей Миңлеғолов.Эшҡыуар уҡыу үҙәгенә йүнәлтелгән дәғүәләрҙе урынһыҙ тип танып үҙ хаҡлығын судта яҡларға йыйынған мәлдә ойошманың Интернеттағы сайтындағы телефон аша радиусы 40 километрҙан алыҫ араға ла осорға ярағаны асыҡланды.Бындай осоштар иһә эшлекле авиация исемлегенә ҡарай, ти Сергей Георгиевич. Бизнес вәкилдәре республика биләмәһендә урынлашҡан объекттарға тиҙерәк барып етер өсөн самолет яллай. Үҙәк етәксеһе белдереүенсә, был хеҙмәт тә ҡағиҙәләрҙә беркетелгән. Кесе авиация уҡыу үҙәге ағзаларының шулай уҡ һауалағы күмәк осош сараларында ҡатнашыу хоҡуғы бар. Һәр осраҡта пилот һәм уның эргәһендә һауаға күтәрелгән һәүәҫкәр осош алдынан страховка килешеүе төҙөй. Тик һауа юлдарын файҙаланғанда был шарт ҡына аҙ. Транспорт прокуратураһы вәкилдәре фекеренсә, осоусының хәүефһеҙлегенән тыш ерҙәгеләрҙең мәнфәғәттәрен хәстәрләү ҙә мөһим.Суд ҡарары үтәлә башлағансы уға ризаһыҙлыҡ белдереү ваҡыты бирелә. Өфө кесе авиация уҡыу үҙәге әле ошо хоҡуғын файҙаланырға әҙерләнә.