Сүриә самолетын Америка етәкселегендәге халыҡ-ара коалиция авиацияһы бәреп төшөргән. Илдең оборона министрлығы Вашингтонды террорсыларға ярҙам итеүҙә ғәйепләне. Самолетҡа “Ислам дәүләте” нә ҡаршы хәрби осош ваҡытында һөжүм иткәндәр.
Лондондағы террор ғәмәле дини нәфрәткә бәйле булыуы ихтимал. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 1 кешенең ғүмере өҙөлгән, ун кеше яраланған. Мосолмандарҙың хәйриә йортонан сығып килгәндә улар ҙур тиҙлектә килеүсе фургон аҫтында ҡала. Террорсы һуңынан үтеп барыусыларға бысаҡ менән ташланған.
Ҡазағстан киләсәген нефть һәм газға бәйләмәй. Астанала үткән иҡтисади форумда билдәләнеүенсә, хәҙерге шарттарҙа Урта Азияны үҫтереү өсөн мөһим булған тармаҡтарҙы күҙаллау мөһим. Евразия иҡтисади берлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе-Ҡазағыстан киләсәктә нефть һәм газға бәйле иҡтисадтан бар тартырға уйлай.
Португалияла урман янғындары ҡотора. Кәм тигәндә 60 кеше һәләк булған. Ил хөкүмәте матәм көнө иғлан иткән. Рәсми саралар билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән. Затлы йорттар янып көлгәй әйләнгән. Ут менән көрәшкә йөҙләгән ҡотҡарыусы, авиация йәлеп ителгән.