Республикала мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙләтергә кәрәк

Тулыраҡ: Республикала мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙләтергә кәрәк

Сөнки күптәр һауа торошона, һабантуҙар үтеүгә һылтанып был эшкә ҡул һелтәп ҡарай. Республика етәксеһе һәр минуттың ҡәҙерен белергә һәм мал аҙығы әҙерләүгә төшөргә саҡыра. Был күп йыллыҡ үлән мал аҙығы өсөн төп культура. Тик әлегә уны сабып, бакуйҙарға һалырға иртәрәк. Республикала ҡойма ямғырҙар айҙан ашыу дауам итһә лә, үләндең дымынан башҡа һуты, тимәк файҙаһы юҡ. Ә бына һауа торошо иһә “йәшел ураҡ” кампанияһына үҙгәрештәр индереп өлгөрҙө. Бесән сабый кәм тигәндә лә ике аҙнаға һуңланы. Хәҙер хужалыҡтар алдындағы төп бурыс – ҡышты имен уҙғарыу. Быйыл кооперативтар һәр баш малға кәм тигәндә лә 30 центнер аҙыҡ әҙерләргә тейеш. Хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, республика башлығы хужалыҡтарҙы мөмкин тиклем иғтибарлы булырға саҡыра. Һыйырҙың һөтө – телендә. Әгәр ҙә ризыҡ булмаһа, Башҡортостанда һауым кәмейәсәк. Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында республика етәксеһе кооперативтарҙағы бөгөнгө хәл менән генә танышып ҡалманы. Рөстәм Зәки улы урындағы сауҙа селтәрендә урындағы тауарҙар күләме менән дә ҡыҙыҡһынды. Тик эшҡыуарҙарҙы хәҙер тауар күләме түгел, ә эре ритейлерҙар аша Туймазы кибеттәренә үтеп инә алмау ҡурҡыта. Был иһә Иҫке Байыш ауылындағы социаль приют. Ҡарттар йортонда былтыр бүлмәләрҙе ремонтлағандар, быйыл йылытыу системаһы һәм таҙартыу ҡоролмалары яңыртылырға тейеш. Биналарҙың береһе балаларға бирелгән. Сабыйҙарҙың күбеһе социаль етемдәр. Тәрбиәселәр уларға ата-әсәһен алыштыра алмаһа ла, үҙәк белгестәре балалар өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Башҡортостан балалары иһә Башҡортостан Венецияһында ял итә. Дүртөйлө Венецияһындағы ял үҙәге республика уҡыусылары өсөн йыл әйләнәһенә эшләй. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн ҡала һәм районға республика ҡаҙнаһынан етерлек аҡса бүленгән. Башҡортостан етәксеһенең Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында ҡалала яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү тураһында ла һүҙ булды. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, әгәр ҙә социаль биналар төҙөлөп, сафҡа индерелһә, улар буш тормаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, был төбәктә демографик хәл сағыштырмаса ыңғай тип баһалана.