Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарға ҡушылған иң популяр исемдәр аталды

Тулыраҡ: Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарға ҡушылған иң популяр исемдәр аталды

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, малайҙарға ата-әсәләре Артем, Тимур, Кирилл һәм Әмир тигән исемдәрҙе күп ҡушҡан. Ҡыҙҙар өсөн иһә йыш ҡына Арина, София, Самира һәм Виктория тигәндәрҙе һайлағандар. Һирәк ҡушылған исемдәрҙә ҙә байтаҡ. Малайҙар араһында Добромир, Дениз, Ғаяр һәм Доменик тигәндәре бар. Сабый ҡыҙҙар араһында иһә Анэлл, Божена, Лея һәм Теона тигән исемдәре һирәк.