Хоккей, футбол майҙанында ир-егеттәрҙе күреү ғәҙәти. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған командалар бик һирәк. Ә йөклө гүзәл заттарҙың футбол уйнағанын күптәрҙең күргәне лә юҡтыр. Донъяла, Рәсәйҙә нисектер? Ә бына Өфөлә беренсегә үтә бындай олимпиада. Өфөнөң буласаҡ әсәйҙәре “Өфө” футбол клубының ҡатын-ҡыҙҙар командаһы менән осрашыуын 2018 йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына арнаны. Ҡыҙҙар чемпионатты ла ҡаршы алырға, сәләмәт сабыйҙар табырға ла әҙер.Японияла йөклө ҡатындарға тәбиғәттең матурлығын күҙәтергә, Һиндостанда– тәмле ашарға, Ҡытайҙа, беҙҙең илдә — быларҙан тыш тағы ла йырҙар йырларға кәңәш иткәндәр. Беҙҙең ҡыҙҙар иһә, матурлыҡты үҙҙәре тыуҙыра.Тын алыу гимнастикаһы буласаҡ әсәне бала табыуға әҙерләүҙең иң яҡшы алымдарының береһе һанала. Ә һыуҙа башҡарылған хәрәкттәр улар өсөн икеләтә файҙалы. Өс көн барған олимпиадала ҡатнашҡан һәр йөклө ҡатынды бассейнда махсус хәрәкәттәр башҡарырға һәм дөрөҫ тын алырға өйрәтәләр.Илдар Зәйнуллин – Башҡортостандың “Яңы быуын” йәмғиәт ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың һәм шулай уҡ ауырлы ҡатындар олимпиадаһы проекты авторҙарының береһе. Табиптың ниәтендә – киләсәктә был проектты Рәсәй кимәленә сығарыу.Сараны ойоштороусылар буласаҡ әсәләрҙе төрлө медицина үҙәктәре менән таныштырҙы. Олимпиаданың тағы ла бер матур һөҙөмтәһе – йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хоры.
Буласаҡ әсәләр олимпиадаһы
Тулыраҡ: Буласаҡ әсәләр олимпиадаһы