Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн дә көндөң болотло булыуы, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ямғырҙар аграрийҙар эшмәкәрлеген тотҡарлай. Республиканың айырым райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индереүҙәре ихтимал. Мал аҙығы әҙерләү тотҡарлана. Синоптиктар белдереүенсә, июнь аҙағына тиклем ошондай тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. Июлдән ысын йәй киләсәк.
Башҡортостанда ямғырҙар июнь аҙағынаса дауам итә
Тулыраҡ: Башҡортостанда ямғырҙар июнь аҙағынаса дауам итә