Дауыл йүкә, саған, тирәктәрҙе тамыры менән тиерлек алып ташлаған

Тулыраҡ: Дауыл йүкә, саған, тирәктәрҙе тамыры менән тиерлек алып ташлаған

Баш ҡалалағы гемодиализ үҙәге тирәһендә үҫкән ағастар, көслө ел арҡаһында ауа. Дауыл йүкә, саған, тирәктәрҙе тамыры менән тиерлек алып ташлаған. Үҙәк етәкселеге ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ла, прокуратураға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик әлегә тиклем кеше ғүмеренә хәүеф менән янаусы ҡарт ағастарҙы бысырға теләүселәр табылмаған. Бында тағы ла бер-нисә тирәк ауған.