- Иран “Ислам дәүләте” террорсыларынан үс ала. Тегеран Сүиәлә Дейр-эз-Зора янында террорсылар базаларын утҡа тотто. Хәбәр ителеүенсә, Тегеранда 7 июнь булған террор ғәмәлендә тап “Ислам дәүләте” һуғышсылары ғәйепле.
- Бөйөк Британия Лондондағы терактты ойоштороусыларға нәфрәт белдерҙе. Изге Рамаҙан уңайынан мәсеттә намаҙҙан сығып килеүсе мосолмандар ауыр йөк машинаһы аҫтында ҡала. Терактта бер кешенең ғүмере өҙөлгән.
- Пхеньян иреккә сығарған студент Америкаға ҡайтып вафат булған. Ул 2015 йыл турист булараҡ Төнъяҡ Кореяға килә һәм плакат урлаған өсөн ҡулға алына. Илдең юғары суды егетте, корея халҡының берҙәмлеген ҡаҡашатырға теләүҙә ғәйепләп, 15 йылға иркенән мәхрүм итә.
- Тюмень ҡалаһынан бер экстремал “Мәскәү-сити” комплексының “Евразия” башняһына менгән. 300 метрлыҡ текә диуарға менгәндә ул арҡан да, именлек ҡайышы ла ҡулланмаған. Экстремалды Мәскәү полицияһы ҡулға алған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре