„Ал сәскә„ телевизион конкурсында еңеү, Ләйсән Золотарева өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Ләйсәнде Яңы Байрамғол ауылының йондоҙсоғо, тип йөрөтәләр. Беренсе тапҡыр тамашасылар алдында ҡыҙ ошо ауыл клубында дүрт йәшендә сығыш яһай. Әле иһә Ләйсән 11 йәшен тултырған, ауылдаштары уны яратып „оркестр-ҡыҙ„ тип йөрөтә.Йәш талант эйәһе йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар уҡый һәм биш төрлө музыка ҡоралында уйнай. Ҡыҙҙың төрлө яҡтан талантлы икәнен бала сағынан уҡ һиҙеп ҡалған яҡындары, уның һәләтен үҫтереүгә бар көсөн һала. Ләйсәндең өләсәһе Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы ла үҙ ваҡытында „Уралым„ фольклор ансамблендә сығыш яһаған.Ләйсәнде тырышлығы һәм ныҡышмаллылығы опера һәм балет театрына алып килә. Ҡыҙ „Ал сәскә„ беренсе республика телевизион конкурсында еңеү яулай.Йәш талант телевизор, ике статуэтка һәм махсус приз менән бүләкләнде. Был ҡыҙҙың беренсе еңеүе генә түгел.Ләйсәндең еңеүен бар район менән көттөк, йола буйынса матур итеп табын ҡорҙоҡ, ти ҡыҙҙың атаһа.Талантлы, тырыш ҡыҙ ҡунаҡ килгәндә лә тик ултырмай, әсәһе өсөн яратҡан йырҙарының береһен башҡарҙы.
Киң офоҡтар аса ,,Ал сәскә,,.
Тулыраҡ: Киң офоҡтар аса ,,Ал сәскә,,.






