Райондарҙа һабантуй һәм шәжәрә байрамдары дауам итә

Тулыраҡ: Райондарҙа һабантуй һәм шәжәрә байрамдары дауам итә

Ҡариҙел районы халҡы ла сәсең эштеренең тамамланыуын билдәләргә һәм шәжәрә байрамына йыйылды. Быйыл Ҡариҙел районы халҡы беренсе тапҡыр һабан туйын һәм шәжәрә байрамын бер көндә үткәрҙе. Сара нәҫел байрамынан башланып китте. Шәжәрә байрамының координаторы Гөлгөнә Баймырҙина. Ҡариҙелдә Шәжәрә байрамы республика кимәлендә быйыл беренсе тапҡыр үткәрелде. Ун ете милләт вәкиле үҙҙәренең нәҫел ағасын барланы. Шулай уҡ быйыл «Ғаиләм – минең ҡәлғәм” тип аталған ҙур бәйге уҙғарылды. Был ярышта Мәсетле районынан төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған ғаилә гран-приға лайыҡ булды. Мәсетле районынан Әсләм Хафизов һөйләй.Артабан һабантуй байрамы башланды. Төрлө майҙандарҙа ойошторолған ярыштарҙа һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Һабантуй байрамының төп биҙәге- милли көрәш. Ҡариҙелдә Ауырғазы районы егете Рәмил үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеп тәкә отто.Майҙанда шулай уҡ тирмәләр янында күргәҙмәләр ойошторолған, һәр килгән ҡунаҡты хужалар йыр-моң, самауыр сәйе, әсе ҡымыҙ менән ҡаршы ала, өҫтәлдәр милли ризыҡтарҙан, аш-һыуҙарҙан һығылып тора. Ауыл янындағы майҙанда барған һабантуй һәм шәжәрә байрамдары йыр-моңға күмелеп кискә тиклем дауам итте. Башҡортостан иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков.Бындай ҙур байрамдар Ҡариҙел районында йыл һайын үткәрелеп тора һәм йылдан-йыл халыҡ һаны ла, сара кимәле лә үҫә бара.Рәсәйгә ҡыйын саҡтарҙа тәүгеләрҙән булып ил һағына торған башҡорттар ергә аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булған. Халҡыбыҙ бөгөн дә изгеләштереп ҡараған шәжәрә байрамы интернациональ төҫ ала. Ҡариҙелдә һабан туйы менән бергә үткәрелгән был байрамда башҡорт, татар, марый, урыҫтар ҙа үҙ тарихын ихлас һөйләне.