1959 йылда ул республикабыҙҙа телевидение дәүерен аса. Рәсимә Кәримова ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсенлә миллионлаған кешенең яратҡан алып барыусыһына әйләнә. Ул төрлө жанрҙарҙа эшләй, башҡорт, рус телдәрендә тапшырыуҙар алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Рәсимә Кәримова башҡортостан телевидениеһына тоғро ҡала. Бөгөн беҙҙең коллегабыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Беҙ уның яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Телевидение ветераны Рәсимә Кәримова арабыҙҙан китте
Тулыраҡ: Телевидение ветераны Рәсимә Кәримова арабыҙҙан китте






