Шишмә районында йәшәүсе Татьяна Гурьянованың ике бүлмәле фатирынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Ул мутлашыусылар ҡулына эләккән. Ике бала әсәһе, баҙап китеп күрәһең, 400 меңгә генә фатирын һатыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Ошондай хәлгә ҡалған осраҡта нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәк? Ике үҫмер бала әсәһе Татьяна инде йылдан ашыу үҙ фатиры өсөн көрәшә. Банктарҙа кредитҡа аҡса биреүҙән рөхсәт ителмәгәс, Татьяна башҡа кешеләрҙән ярҙам һорай башлай һәм мутлашыусылар ҡулына эләгә лә инде. Интернетта “Бурысҡа аҡса бирәбеҙ” тигән төркөмдә эшләгән ир ҡатынға ярҙам итергә теләк белдерә һәм осрашыу тәҡдим итә. Әммә кешенең ышанысына керер өсөн, ир уға үтескә күсемһеҙ милеген яҙҙыртырға ҡуша. Кәрәкле аҡсаны алғас, Татьяна иргә ай һайын бурысты ҡаплар өсөн ун биш мең аҡса бирергә тейеш була. Әммә бер-нисә айҙан һуң уға үҙ фатирын ят кешегә 400 меңгә генә һатыуы һәм тиҙ арала уны бушатыу кәрәклеге тураһында судҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Аптырашта ҡалған ханым шунда уҡ иргә шылтырата. Ләкин алданып ҡалған ҡатын менән мутсы һөйләшергә лә теләмәй. Асыҡланыуынса, Татьяна документтарҙы тултырған саҡта, уға һиҙҙертмәйенсә генә фатирын һатыуы хаҡындағы килешеүҙе һалғандар. Ә ҡатын өҫтәл тулы документтар араһында буталып, был килешеүҙе күрмәй.Яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән Татьяна шунда уҡ адвокатҡа мөрәжәғәт итә. Суд мутлашыусылар эшләгән документтарҙы ғәмәлгә яраҡһыҙ, тигән ҡарар сығара. Финанс белеме булмаусылар күп осраҡта мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә. Ҡулдан-ҡулға аҡса биреп тороусыларҙы күҙәтеүсе ойошма юҡ. Шуға ла белгестәр документтарға ҡул ҡуйғанда уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Татьянаға хәҙер ҡабаттан үҙ фатирына теркәлергә кәрәк буласаҡ. Әммә мутлашыусылар тағы ла судҡа мөрәжәғәт итеп, Татьяна фатирын үҙе ризалашып һатырға теләк белдерҙе тип иҫбатлаһа, ҡатынға ҡыйыҡһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай.
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар әүҙемләшә
Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар әүҙемләшә