Стәрлетамаҡтағы “Содействие” реабилитация үҙәгендә 12 кешенең һәләк булыуына бәйле енәйәт эшенә тиҙҙән нөктә ҡуйыласаҡ. Тәфтишселәр 14 томлыҡ эште судҡа тапшырған.Ҡаланың Туҡай урамындағы реабилитация үҙәге янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән, тәҙрәләр тимер рәшәткәләр менән ҡапланған булған, етмәһә, реабилитация үтеүселәрҙе төнгөлөккә тышҡы яҡтан йоҙаҡҡа бикләгәндәр. Янғын башланғас уларҙың береһе лә ҡотола алмаған. Үҙәккә етәкселек итеүсе 30 йәшлек Алексей Чалых тиҙҙән суд алдында яуап бирәсәк.
Алексей Чалых тиҙҙән суд алдында яуап бирәсәк
Тулыраҡ: Алексей Чалых тиҙҙән суд алдында яуап бирәсәк