Дүрт аяҡлы полиция вәкилдәрен нисек тәрбиәләргә? Улар серҙәрен хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина менән уртаҡлашты.Илсур Мостафин Өфөнөң кинология үҙәгендә 2006-сы йылдан алып эшләй. Ошо осорҙа дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың холоҡтары төрлө булыуға, уларҙың һәр береһенә шәхси ҡараш кәрәклегенә төшөндөм, ти белгес.Тоғро дуҫтарыбыҙҙы „хеҙмәттәрен„ тултырғас та сит-ят ҡулдарға бирмәйбеҙ, ә үҙебеҙгә аҫырауға алабыҙ, ти кинологтар.Эттәр шартлатҡыс матдәләр, наркотиктар, юғалған кешеләрҙе эҙләүгә өйрәтелгән. Улар һүҙҙәр йә иһә ым-ишара менән күрһәтелгән командаларҙы ла теүәл башҡара.Ә бына ете йәшлек Альва ҡушаматлы немец овчаркаһы бер ҡыйынлыҡһыҙ машина эсендә йәшерелгән атыу ҡоралын таба ала. Эттәрҙе теүәл башҡарылған һәр бер күнегеү өсөн дәртләндереп, маҡтап торалар. Дәртләндереү сараһы итеп уйынсыҡ, йә иһә берәй тәмлекәс биреү ҡаралған.Яңыраҡ үҙәктә 50 көсөк тыуған. Ветеринарҙар уларҙың һәр береһенә ваҡытында прививка эшләй, һаулығын тикшереп тора.Тоғро дуҫ ҡына түгел, ә полицияның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булһын өсөн эттәрҙе тәрбиәләүҙә ваҡытыңды ла, көсөңдө лә йәлләмәҫкә һәм әлбиттә түҙемле булырға кәрәк, ти кинологтар.Эттәрҙе яйлап..... өйрәтеү ике айҙан уҡ башлана. Тап бына ошондай саҡтарында улар тирә-яҡ мөхиткә..., сит-ят кешенән ҡурҡмаҫҡа өйрәнә лә инде. Әйткәндәй, буласаҡ һаҡсыларҙың холҡон әленән үк билдәләргә мөмкин, ти кинологтар. Әле көсөктәрҙең барыһын бер урында тоталар. Берәй айҙан уларҙы айырып, хеҙмәткә яраҡлы икәнлектәрен тикшереү башланасаҡ. Дүрт аяҡлы полиция вәкилдәре, шартлауҙан, төрлө сит-ят тауыштарҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш.Киләсәктә кинология үҙәген киңәйтеү ҡарала. Өфө яныда ғына 100 эткә иҫәпләнгән питомник төҙөлә. Башҡа төбәк, ҡалаларҙан ярҙам итергә килтерелгән эттәр өсөн айырым вольер ҡаралған.