Брюсселдә именлек көстәре террор ғәмәле эшләргә теләүсене юҡ иткән. Тимер юл вокзалында хәрбиҙәр шикле кешегә юлыға. Уның кейеме аҫтынан тимер сым сығып торғанын күргәс, ҡулға алырға булалар. Әммә террорсы бомбаны шарталтып өлгөрә.
Сүриәлә Америка коалицияһына ингән Австралия хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуын туҡтатып торорға булды. Уның авиацияһы бынан ары хәрби осоштар яһамаясаҡ. Ҡушма Штаттар Сүриә истребителен бәреп төшөргәс Австралия етәкселеге шундай ҡарарға килгән. Вашингтон етәкселегендәге халыҡ-ара коалиция, белгестәр әйтеүенсә, эске ҡаршылыҡтар менән осрашҡан.
Португалияла матәм көнө. Ил халҡы янғындарҙа һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, утт 64 кеше янып үлгән, 150 кеше йәрәхәтләнгән. Ил премьеры Антониу Кошта әйтеүенсә, ил тарихында бындай фажиғә тәүге тапҡыр теркәлә.
Быйыл Рәсәйҙә шәхси эшҡыуарҙар һәм фермер хужалыҡтары йышыраҡ теркәлә башлаған. Федераль һалым хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, илдә ундайҙар әле 336 мең кеше. Был бик аҙ. Ауыр иҡтисади шарттарҙа күптәр өҫтәмә килем сығанағын эҙләй, әммә кредит ставкаларының юғары булыуы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡамасаулай, ти белгестәр.