Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Бөгөн Александр Матросов һәм Еңеү парктарындағы һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды. Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр хөрмәт билдәһе. Бынан етмеш алты йыл элек башланған Бөйөк Ватан һуғышында ҡойолған ҡан төҫлө был сәскәләр хөрмәт, ихтирам ғына түгел, ә иҫтәлек символы. Ҡорбан булған 27 миллион кеше, көл күмергә ҡалған йөҙҙәрсә мең ауылдар, ер менән тигеҙләнгән меңдәрсә ҡала-ҡасабалар. Үлем диңгеҙендә һәләк булған сабыйҙар, тол ҡатындар, балаларын юғалтҡан ата – әсәләр. Егерме икенсе июнь Рәсәй халҡы өсөн ҡайғы һәм хәтер көнө. Башҡортостан ветерандары союзы рәйесе Валерий Шәрипов әйтеүенсә, тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, 22-се июнь халыҡ күңелендә утлы яра булып ҡаласаҡ. Сөнки, үҙ илен һөйгәндәр быны оноторға тейеш түгел. Хәтер һәм Ҡайғы көнө ил халҡын берләштерергә тейеш. Был сарала ҡатнашыу кемдер ҡушыуы түгел, ә йөрәк саҡырыуы, ти үҫмерҙәр. Бынан етмеш алты йыл элек булған ваҡиғаларҙы кемдер бөгөн оноттороға, йә иһә юҡҡа сығарырға ниәтләй. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын үҙгәртеп яҙыусылар ҙа осрап тора. Тик аҫтыртын һәм ялған тарих, ҡан менән яҙылған үткәндәрҙе юя ла, уны бысрата ла алмай. Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко әйтеүенсә, бөгөн йәштәр алдаҡ менән дөрөҫлөктө айыра белә. Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған саралар бөгөн рсепубликаның барлыҡ ҡала- райондарында ғына түгел, ә төпкөлдәге бәләкәй генә ауылдарҙа ла уҙа. Һәйкәлдәргә сәскәләр һалыу рәсми өлөш кенә. Хәтер һәм ҡайғы Рәсәй халҡы күңелендә, халыҡ хәтерендә..