Һәр кем яуаплылыҡ тойорға тейеш

Тулыраҡ: Һәр кем яуаплылыҡ тойорға тейеш

Һуңғы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булды. Уның ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, торлаҡ хужалары идарасы компаниялар менән ҡәнәғәт түгел һәм уларҙы алмаштырырға теләй. Был эш еңел генә һымаҡ күренһә лә, үҙенең ауырлыҡтары бар.Был йортта 30 йылдан ашыу ремонт эшләнгәне юҡ. Тәҙрә яңаҡтары сереп бөткән, диуарҙары ҡойола. Ямғыр яуһа, подъезд түбәһенән һыу аға. Кешеләр ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамаған, әммә, һөҙөмтә юҡ.Ә был ихатала тормош ҡайнай. Торлаҡ көндән көн яңы төҫ ала. 2016 йылдың сентябрендә унда йәшәүселәр етәксе һайлап, яңы идарасы компания төҙөгән. Хәҙер бында 40 йыл эсендә булмаған үҙгәрештәр күҙәтелә.Ихата эсенә ҡырсынташ һәм ҡом алып килгәндәр. Яңыраҡ юлды яҡшылап тигеҙләгәндәр. Иҫке бордюрҙар яңыларына алмаштырыла. Тиҙҙән, бында асфальт һалырға тейештәр. Тыштан ғына түгел, йорт эсендә лә үҙгәрештәр бар. Электр лампалары һәр ваҡыт яна, подъезда һәм подвалда санитар эшкәртеү башҡарылған. Подъезд эсендә лә төҙөкләндереү бара. Эшселәр иҫке йылытыу радиаторҙарын сисеп алып, урынына яңыларын урынлаштыра. Шулай уҡ, диуарҙар һылана башлаған. Һуңынан улар аҡлана һәм яңы төҫкә буяласаҡ. Тимер ишек алмаштырылған, подъезд алды ла тәртипкә килтерелгән. Яңы идарасы компания етәкселеге фатир хужаларының дөйөм йорт сығымдары өсөн быға тиклем күпме аҡса түләгәнен дә иҫәпләп сығарған. Унан элекке торлаҡ хужалығы идаралығы халыҡҡа аҡса ҡайтарып бирергә тейешлеген асыҡланған. Һөҙөмтәлә бурысты ҡайтарыуға ирешкән. Был аҡсаға улар подъездарға яңы тәҙрәләр ҡуйҙыртҡан.Элек фатир хужаларының һәр береһе торлаҡты ҡарау өсөн 900 һум түләгән. Инфляция булыуға ҡарамаҫтан, хәҙер улар ай һайын үҙ кеҫәләренән 600 һум бирә. Аҡсаларҙың ҡайҙа киткәне етди күҙәтеүгә алынған.Хәҡиҡәт урамы 31 кәсер 2 адресы буйынса урынлашҡан был йортта йәшәүселәр торлаҡты ҡарау өсөн һәр квадрат метрҙан 14 һум 90 тин түләй. Улар йыйын үткәреп, ошо турала хәл иткән. Ә башҡа йорттарҙа йәшәүселәрҙең тарифы квадрат метр өсөн 20 һумдан башлана һәм 38 һумға тиклем барып етә. Ошоға бәйле ҙур сумма менән квитанциялар килә. Белгестәр әйтеүенсә, бында торлаҡ идаралыҡтары мутлашыуҙары ихтимал. Сөнки, тарифтарҙы фатир хужалары үҙҙәре билдәләргә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, һәр кем ғәҙел һәм ышанысһыҙ идарасы компаниялар исемлеге менән таныша ала. Ойошманы алмаштырырға теләүселәр йыйын үткәреп, яңы идарсы компания һайларға, тейешле ҡарар ҡабул итергә һәм документты ғәмәлдәге һәм яңы һайланған идарасы компанияға тапшырырға тейеш. Тик, бында ла юристар менән кәңәшләшеү мотлаҡ.