Бөгөн Башҡортостанда Ҡырғыҙстан Президенты эш сәфәре башлана

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостанда Ҡырғыҙстан Президенты эш сәфәре башлана

Ҡырғыҙстан башлығы Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашып, һөйләшеүҙәр уҙғара. Әңәгәмәнең төп йүнәлеше – үҙ-ара хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү, иҡтисади һәм сәнәғәт бәйләнештәрен нығытыу. Быға тиклем Президент Алмазбек Атамбаев Мәскәүҙә ил етәксеһе Владимир Путин менән осрашып, стратегик партнерлыҡ тураһындағы декларацияны раҫланы. Әйткәндәй, Алмазбек Атамбаев Башҡортостанға икенсегә килә. Быға тиклем ул ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашҡайны.